“Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ –…
03.07.2023
“Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ – 2023” район конкурсы үтте.
Еҙем – Ҡаран ауылының мәҙәниәт йортонда 29 июнь көндө башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры исеме бирелеүҙең 100 йыллығына арналған “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ – 2023” халыҡ – ара әҙәби – нәфис конкурсының район этабы уҙғарылды.
Сара М. Ғафури паркында халыҡ шағирының бюсына сәскәләр һалыу менән башланды. Артабан юлды мәҙәниәт йортона юлландыҡ. Бында яҡташыбыҙҙың ижадына битараф булмаған мәктәп уҡыусылары, оло йәштәгеләр ҙә ҡатнашты. Конкурста еңеүселәрҙе мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнек.