12 май беҙгә, 6б класы…
12 май беҙгә, 6б класы уҡыусыларына, Алкино ауылы янында урынлашҡан » Авангард» уҡыу-методик үҙәгенә экскурсияға барыу бәхете тейҙе.
Был үҙәк 2022 йылда асылған.
Маҡсаты: кадет, Шайморатов кластары уҡыусыларына, 10 — сы класс уҡыусыларына армия сафтарына яҡшы әҙерлек булдырыу, патриотик тәрбиә биреү.
Уҡытыусылар — хәрби операцияларҙа ҡатнашыусы офицерҙар.
Әйткәндәй, был үҙәк яҡташыбыҙ, Өфө ҡалаһы егете, Рәсәй Геройы Серафимов Максим Владимир улы исемен йөрөтә.
Максим хәрби белем алып, командир булып хеҙмәт итә.
Луганск һәм Донецк Республикаларында барған махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Алыштың ҡыҙыу мәлендә Серафимовтың янына граната төшә һәм һалдаттарын ҡотҡарыу өсөн үҙен ҡорбан итә. Кәүҙәһе менән шартлауҙы ҡаплай.
Был үҙәктә уның исемен йөрөткән уҡыу кабинеты булдырылған. Бында патриотик һөйләшеүҙәр, класс сәғәттәре үтә.
Экскурсия барышында беҙ парашют, граната, автомат төрҙәре менән яҡындан таныштыҡ, тотоп ҡараныҡ, 1 — се медицина ярҙамы күрһәтеү бүлмәһендә манекендарға йөрәккә массажды эшлап ҡараныҡ.
Патриотик паркы территория бик ҙур. Унда парашюттан һикереү өсөн вышка, физик яҡтан тәрбиәләүгә төрлө спорты ҡоролмалары урынлашҡан.
Беҙгә, бигерәк тә, урамда торған танк төрҙәре, самолёт күргәҙмәһе хуш килде. Егеттәребеҙҙең уларға ултырғылары килде.
Һәр бер транспорт төрө янында фотоға төшөп, экскурсия ойоштороусы апай — ағайҙарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, һаубуллашып, сәйәхәтебеҙҙе генерал — майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янына дауам иттек.
Бөйөк Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән, ҡаһарман командирыбыҙ яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Нисә йылдар үтеп, ниһайәт, уға Рәсәй Геройы исеме бирелеүе шатландыра.
«Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй» тигәндәре дөрөҫ. Беҙ үҙебеҙҙең батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ, сөнки улар бөгөнгө тыныс, матур тормош өсөн ҡорбан булғандар. Улар кеүек беҙ ҙә үҙ илебеҙҙе яратырға, ҡыйыу булырға тейешбеҙ.
Ошо экскурсияға беҙҙе ебэреүсе район мәғәриф бүлегенә , гимназия администрацияһына, беҙҙе йөрөтөп алып ҡайтҡан водителебеҙ Василий Александр улына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Әхмәтшина Нәргизә, Кинйәбаева Айзилә
6б класы уҡыусылары