2023 йылдың 26 апрелендә Красноусол…
2023 йылдың 26 апрелендә Красноусол ауылының 1 — се урта мәктәбенең тамаша залында башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө, үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә торған «Урал батыр» эпосын ятҡа һөйләүселәр конкурсы үтте. Халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған эпосты ятҡа һөйләүсе уҡыусылар ролгә кереп китеп бик тасуири, һәр береһе милли кейемдә һөйләнеләр. Шул уҡ ваҡытта сәхнәләштереп күрһәтеүселәр ҙә булды. Ж.Ғ. Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусылары эпосты оҫта итеп сәхнәләштергәндәр.