Махсус хәрби операцияға арналған стенд…
Махсус хәрби операцияға арналған стенд асылды
26 апрелдә Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә Украинала барған махсус хәрби операцияға арналған стенд асылды. “Атайсал” — кесе Ватан өсөн файҙалы эштәрҙе сағылдырыусы тантаналы сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссариаттың хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлексәһе начальнигы ярҙамсыһы Игорь Ступников, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, Башҡортостан Республикаһы “Бала саҡ навигаторҙары” Ғафури муниципаль координаторы Альфред Хәбибуллин, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Валерий Мөхәмәтйәров, Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған Ибраһим ауылынан Айрат Садиҡов, махсус хәрби операциялағы егеттәрҙең әсәйҙәре Вәсилә Арыҫланова, Дилара Вәлиева, Альмира Латипова һәм өләсәй Мәрйәм Кейекбаева һәм стендтың авторы – Абдулла ауылында тыуып-үҫеп, Еҙем-Ҡаран урта мәктәбен тамамлаған, бөгөн Стәрлетамаҡ районының Төрөшлө ауылында йәшәүсе һәүәҫкәр рәссам Әлтәф Батыршин ҡатнашты.
И.ӘЛИБАЕВА.
(Тулыраҡ гәзитебеҙҙең сираттағы һандарының береһендә).