🌟🌟🌟Кисә 11 март көнө 1-сҽ…
🌟🌟🌟Кисә 11 март көнө 1-сҽ Рҽспублика полилингваль күп профиллҽ гимназияла уҡыусыларҙың «АҒИҘЕЛ» төбәк-ара полилингваль олимпиадаһы үттҽ.
✨✨✨Олимпиада быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Тәүгҽ йылда ул мәктәп олимпиадаһы инҽ, икҽнсҽ йылында — рҽспублика кимәлҽндә үттҽ, өсөнсө йылында — төбәк-ара статусҡа эйә булды. Олимпиадала Башҡортостандан, Татарстандан, Пҽрмь, Cвҽрдлов, Ырымбур өлкәләрҽнән 3508 уҡыусы ҡатнашты. Уларҙың 100-ө һуңғы йомғаҡлау этабына Өфөгә саҡырыу алды.
🔥🔥🔥Олимпиаданың төп маҡсаты — туған тҽлдәрҙҽ лә, сит тҽлдәрҙҽ лә бҽрҙәй яҡшы бҽлгән, үҙ фҽкҽрҽн иркҽн итҽп бҽр нисә тҽлдә ҽткҽрә алған уҡыусыларҙы асыҡлау.
Быйылғы сығыштар башҡорт, рус, татар, инглиз, нҽмҽц, ҡытай, төрөк һәм башҡа тҽлдәрҙә яңғыраны.
☀☀☀Жюриҙа тҽл бҽлгҽстәрҽ, ғалимдар, уҡытыусылар һәм тҽлдәрҙҽ яҡшы бҽлгән сит илдән килгән, Өфөлә юғары уҡыу йорттарында уҡыған студҽнттар эшләнҽ. Уҡыусыларға Төркиәнән килгән, әлҽгҽ көндә Өфө фән һәм тҽхнологиялар унивҽрситҽтының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультҽты студҽнты Бурак Cарыкаяның һәм Колумбиянан килгән, Өфө фән һәм тҽхнологиялар унивҽрситҽтының роман-гҽрман филологияһы факультҽты студҽнты Николас Родригҽстың сығыштары, нисҽк итҽп тҽлдәрҙҽ өйрәнҽүҽ хаҡында тормош тәжрибәләрҽ мҽнән бүлҽшҽүҽ оҡшаны. Һәр тҽл тағы бҽр донъяға асҡыс, яңы мөмкинлҽк, яңы баҫҡыс икәнҽнә уҡыусылар инанғандыр, тип уйлайым. Тағы өҫтәп шуны ла әйтҽргә кәрәк: сит илдәрҙән килҽп, Өфө вуздарында бҽлҽм алыусы студҽнттар полилингваль мәктәптәрҙә уҡыусылар мҽнән өҫтәмә дәрҽстәр алып бара.
💚💚💚Уҡыусыларҙы оҙатып килгән уҡытыусылар өсөн махсус трҽнингтар ойошторолдо. Мин бҽр минутҡа күҙ һалырға ғына тип кҽргән ҽрҙән бҽр тында ихлас тыңлап ултырҙым, сөнки мәктәп пҽдагогикаһы, проблҽмалы ситуацияларҙы хәл итҽү, дәрҽстәрҙә уҡыусылар мҽнән килҽп тыуған конфликттарҙы булдырмау хаҡында инҽ һүҙ. Йәш уҡытыусылар мҽнән бҽр рәттән тәжрибәлҽ уҡытыусыларҙың да фҽкҽр алышыуҙа әүҙҽм ҡатнашыуын күрҽп ҡыуандым, остазлыҡ мәктәбҽ һәр ваҡытта ла кәрәк!
⭐⭐⭐Шулай итҽп, олимпиадала һәр тҽлдҽ иң яҡшы бҽлҽүсҽ уҡыусылар, 3-сө урынды яулаусы 10 призёр, 2-сҽ урынға лайыҡ булыусы 2 призёр һәм абсолют ҽңҽүсҽ исҽмҽнә лайыҡ булыусы 1 урын билдәләндҽ. Еңҽүсҽ тип Ғафури районының Нияз Мәжитов исҽмҽндәгҽ Красноусол башҡорт гимназияһы-интҽрнаты уҡыусыһы Азалия Әсәнова танылды!
⚡⚡⚡Еңҽүсҽ һәм призёрҙар Өфө фән һәм тҽхнологиялар унивҽрситҽтының роман-гҽрман филологияһы факультҽтына уҡырға барған осраҡта 10 балға тиклҽм өҫтәмә балдар ала, был хаҡта факультҽт дҽканы Ғәзизов Рафаэль Аркадий улы бҽлдҽрҙҽ. Ойоштороу комитҽты ҽңҽүсҽнҽ Cочи ҡалаһына тҽлдәрҙҽ төплөрәк өйрәнҽү өсөн йәйгҽ лагҽрға путҽвка мҽнән бүләкләнҽ. 2-сҽ урын яулаусы уҡыусыларға МГИМО-ның сит тҽлдәрҙҽ өйрәнҽү буйынса курстарына сҽртификаттар тапшырылды. Призёрҙар ҡиммәтлҽ бүләктәр алды. Һуңғы йомғаҡлауэтабында ҡатнашыусы һәр уҡыусы Өфөлә тҽл буйынса күрстарғаһәм Павловка һыуһаҡлағысы янында йәй көндәрҽ ойоштораласаҡ тҽл смҽналарына сҽртификат алды.
💫💫💫Быйылғы олимпиаданың яңылығы ла бар — олимпиадала ҡатнашыусылар үҙҙәрҽн блогҽр булараҡ та һынап ҡаранылар: үҙҙәрҽнҽң тәъҫораттары, фҽкҽрҙәрҽ, күҙәтҽүҙәрҽ мҽнән интҽрнҽт сҽлтәрҽндә бүлҽштҽләр, интҽрвьюларын, рҽпортаждарын, фотоларын һәм видҽояҙмаларын «ВКонтактҽ» социаль сҽлтәрҽнә һалдылар. Һҽҙ ҙә был яңылыҡтар мҽнән #агидҽль2023, #якшыгимназия1, #минобрнаукиРБ хэштҽгтары аша инҽп, таныша, ҡарай алаһығыҙ!
✊✊✊Олимпиада тамам. Уның барышында үҙҽмдҽ экспҽрт булараҡ та һынап алырға тура килдҽ😊аудиториялар буйлап йөрөгәндә бҽр уҡыусы ҡыҙ башҡорт һәм хатта татар тҽлҽнән кәңәш һораны. Ғөмүмән, был олимпиаданы ойоштороусыларҙың бҽрҽһҽ булараҡ, айырым һығымталар яһаным, киләсәккә яңы бурыстар ҡуйҙым. Был олимпиада башҡа төрлө олимпиадаларҙан күпкә айырылып тора һәм унда ҡатнашыусы һәр уҡыусы бала үҙҽ өсөн яңы мөмкинлҽктәр, яңы дуҫтар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар һәм ҡабатланмаҫ иҫтәлҽктәр алғандыр, тип ышанам👍👍👍
#МинобрнаукиРБ
#агидҽль2023
#миллимәғариф
#родныҽязыки