Версия для слабовидящих a      d
logo
Муниципальное казённое учреждение
«Отдел образования»
Администрации муниципального района
Гафурийский район Республики Башкортостан

График работы:

ПН - ПТ
09:00 - 17:00
СБ,ВС - Выходной

21 февраль – халыҡ –…

21.02.2023

21 февраль – халыҡ – ара туған телдәр көнөндә Ғафури районы Табын ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары үтте. Яңы стандарттар шарттарында башҡорт теле дәрестәрендә заманса технологиялар ҡулланып, ошо мәктәптең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йәнмырҙина Сажидә Хәбир ҡыҙы 5 — се а класта » Тән ағзалары. Эйәлек категорияһы» темаһына асыҡ дәрес үткәрҙе.
Дәрес барышында программа талаптары, мотлаҡ белем стандарттары иҫәпкә алынды, дәрес юғары кимәлдә үтте.
Район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән берлектә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә интерактив мультимедиа ҡулланыу» мастер — класын Йәнмырҙина Сажидә Хәбир ҡыҙы үҙенсәлекле итеп алып барҙы.
Кластан тыш сара «Туған тел һәм дуҫлыҡ байрамы» ла матур һәм үҙенсәлекле үтте. Был байрамда башҡорт һәм рус халҡының берҙәмлеген, үҙ — ара дуҫ, татыу булып йәшәүен уҡыусылар йыр, бейеү, йолалар аша тағы ла бер мәртәбә раҫланы.