29 мартта районыбыҙҙа мәғариф ойошмалары…
30.03.2022
29 мартта районыбыҙҙа мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында “Сәләмәтлек” төбәк спартакиадаһы үтте.
Бында Ауырғазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Иглин, Нуриман, Архангел райондары командаларының спортҡа битараф булмаған һәм матурлыҡты, һаулыҡты өҫтөн ҡуйған мәғариф хеҙмәткәрҙәре йөҙөүҙә, шахматта, саңғы ярышында, волейболда үҙ-ара көс һынашты. Дөйөм һөҙөмтә буйынса ғафуриҙар беренсе урынды алды.
Ҡотлайбыҙ!