Версия для слабовидящих a      d
logo
Муниципальное казённое учреждение
«Отдел образования»
Администрации муниципального района
Гафурийский район Республики Башкортостан

График работы:

ПН - ПТ
09:00 - 17:00
СБ,ВС - Выходной

🎅 Иң әртис Ҡыш бабай…

25.12.2021

🎅 Иң әртис Ҡыш бабай — гимназиянан!👍

Эй,Ҡыш бабай,Ҡыш бабай,
Күптәнге таныш бабай.
Йәнә лә килеп еттең,
Елбер ҡарҙар бейеттең.
Һыуыттың урамдарҙы,
Борҡоттоң бурандарҙы,
Кейҙерҙең беҙгә һырма,
Бейәләй,бүрек,быйма.
Бөгөн Красноусолда Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады үтте. Был тамаша Яңы йылдың төп геройҙарының күплеге, костюмдарҙың төрлөлөгө, хатта киләһе йылдың символы булған Юлбарыҫтарҙың һәм әкиәт геройҙарының майҙан тултырып йөрөүе менән хайран итте. Беҙҙең гимназиянының данын Рәхимов Рим Әнүәр улы (Ҡыш бабай), Рафиҡова Ләйсән Мөхәмәт ҡыҙы (Ҡарһылыу) яҡланы. Әйтергә кәрәк, беҙҙең Ҡыш бабай иң дәртлеһе, Ҡарһылыуыбыҙ иң матуры ине. Яңы йылдың төп геройҙарының кейемдәре эскизын әҙерләүсе һәм тегеп өлгөртөүсе Рәмзилә Әнүәр ҡыҙына һәм уның етәкселегендә эшләгән төрлө класс ҡыҙҙарына ҙур рәхмәт!
Әйткәндәй, гимназияның Ҡыш бабайына еткән бейеүсе булманы, уның дәртле бейеүенә ҡарап көндөң сатлама һыуыҡ икәне лә онотолдо хатта! Шуға ла Ҡыш бабайыбыҙ лайыҡ булған «Артистизм өсөн» Дипломына бөтә күңелебеҙ менән ҡыуандыҡ! Афарин, коллегалар!
Яңы йыл менән!🎄❄🎄🎅